Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Ишембайҙағы тантаналы йыйылышта «Башнефть» компанияһы ветерандарын һәм хеҙмәткәрҙәрен тәүге башҡорт нефтен сығарыуҙың 90 йыллығы менән ҡотланы.
Бөгөн «Башнефть» – илдә алдынғы нефть һәм нефть эшкәртеү тармағы компанияларының береһе. «Башнефть» республиканың ышаныслы партнеры һәм эре һалым түләүсеһе булып ҡала. Уҙған йылда компания төбәк ҡаҙнаһына 15 миллиард һум һалым аҡсаһы күсергән (2020 йылғы кимәлдән 73 % юғары). Һуңғы биш йылда ғына Башҡортостан нефтселәре юлдар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, мәҙәниәт учреждениелары төҙөүгә, спортҡа ярҙам итеүгә 18 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Башҡортостан менән «Роснефть» араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә һуңғы өс йылда 49 районда һәм ҡалала 220-нән ашыу проект тормошҡа ашырылған.
Бөгөн нефть-газ тармағы предприятиелары алдында мөһим саҡырыуҙар тора, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Башнефть» компанияһының генераль директоры Андрей Лазеев та хеҙмәткәрҙәргә һәм ветерандарға ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев Ишембай нефть ятҡылығын беренселәрҙән булып асҡан Алексей Блохин хөрмәтенә «Башнефть» компанияһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә миҙалдар тапшырҙы.
Башҡортостан нефтенә 90 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылыштан һуң байрам концерты ойошторолдо.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.