Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
61.07
+0.32
63.39
+0.09
83.32
+0.29
-15 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Ноябрь , 13:16

«Алға» махсус иҡтисади зонаһында «Аркада» сәнәғәт берекмәһенең яңы цехы асылды

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Бөгөн Ишембай районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Аркада» сәнәғәт берекмәһенең яңы бирсәткәләр цехын асыуҙа ҡатнашты. Был – «Алға» махсус иҡтисади зонаһының тәүге резиденттарының береһе. 2021 йылдың декабрендә компания бында эш кейемдәренең киң ассортиментын етештерә башланы.

Инвестор яңы цех төҙөлөшөнә 200 миллион һумға яҡын аҡса һалған. Унда 100 белгес эшләйәсәк.

Башҡортостан Башлығы етештереү берекмәһе коллективын бирсәткәләр производствоһы асылыуы менән ҡотланы. Республика иҡтисады ҡатмарлы шарттарҙа яҡшы темптар менән үҫешә, тип билдәләне ул.

«Бер йыл элек бында беренсе тегеү цехын асҡайныҡ, бөгөн иһә «Аркада» компанияһы продукцияһының ассортиментын киңәйтәбеҙ. Берекмә етәкселеге етештереү ҡеүәттәрен арттырыуҙы һәм яңы эш урындарын булдырыуҙы дауам итер тип ышанам, – тине Радий Хәбиров. – «Алға» махсус иҡтисади зонаһында резиденттар йылдан-йыл арта. Республика Хөкүмәте инфраструктура булдырыу буйынса йөкләмәләрҙе үтәй. Махсус иҡтисади зона биләмәһендә юлдар һалына, коммуникациялар барлыҡҡа килә, яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырыла. Артабан да был эште дауам итербеҙ».

«Аркада» сәнәғәт берекмәһен ойоштороусы Михаил Цукерман республика етәкселегенә инвестиция башланғыстарын хуплаған өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Элек бындай махсус кейемдәрҙе сит илдәрҙән һатып ала инек. Хәҙер импортты алмаштыра торған производство асабыҙ. Тулы ҡеүәтенә сыҡҡас, йылына 10 миллион пар бирсәткә әҙерләй алабыҙ. Республика һәм Радий Фәрит улы Хәбировтың ярҙам күрһәтмәһә, бындай ҡаҙаныштарға өлгәшеп булмаҫ ине, – тине Михаил Цукерман. – Киләсәктә белгестәребеҙ өсөн дөйөм ятаҡтар төҙөргә уйлайбыҙ. Беҙҙә яҡшы коллектив тупланған, предприятиеның генераль директоры – Евгений Романов. Емешле хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә».

Цехты сафҡа индергәндән һуң Башҡортостан Башлығы бирсәткәләр производствоһы технологияһы һәм сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн әҙер продукция өлгөләре менән танышты.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-11-11/na-territorii-oez-alga-v-bashkirii-otkryli-novyy-perchatochnyy-tseh-promob-edineniya-arkada-3025533

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас в