Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
61.07
+0.32
63.39
+0.09
83.32
+0.29
-15 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Ноябрь , 12:46

Республикала пенсионерҙарҙы һәм уларҙың пенсияларын иҫәпләп сығарҙылар

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Башҡортостанда пенсионерҙар арта — 2022 йылдың сентябренә 1 миллион 154 мең 521 кешегә еткән. Уларҙың 182 мең 653-ө эшләп йөрөй. Был хаҡта  Пенсия фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәренә һылтанма менән республика статистиктары хәбәр итте.

Сағыштырыу өсөн: ғинуарҙа 1 миллион 149 мең 347 пенсионер иҫәпләнгән, уларҙың 186 481-е эшләгән.

Сентябргә тәғәйенләнгән пенсияның уртаса күләме лә артҡан һәм Башҡортостанда 17 979 һум тәшкил иткән (ғинуарҙа 16 399 һум ине).

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-11-10/v-bashkirii-podschitali-pensionerov-i-ih-pensii-3023519

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас в