17:00 (UTC+5), 17 Октября 2022

Башҡортостанда ғинуар-сентябрҙә 2,2 млн кв. метр торлаҡ сафҡа индерелгән

Был 2021 йылдың 9 айына ҡарғанда 7,2%-ҡа күберәк

Айбулат Ишназаров

Республика сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса лидерлыҡты һаҡлай — Волга буйы федераль округында икенсе урын, Рәсәй кимәлендә - 7-се урын. Башстат мәғлүмәте буйына ғинуар-сентябрҙә халыҡ төҙөгән торлак күләме 1,5 млн кв.м тәшкил иткән. Был былтырғы шул ваҡыт арауығынан 8,6 процентҡа күберәк.

Ағымдағы йылдың сентябрендә шәхси төҙөүселәр 198,1 мең кв. м торлаҡ төҙөгән— был былтырғы шул ваҡыттан 7,4%-ҡа артыҡ.

Девелопер компаниялары күләме үҙгәрмәгән тиерлек— 0,7 млн кв. м торлаҡ.

Быйыл БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы 2021 йылдың рекордлы күләмен (2,9 млн кв.м) үтеп, 3 млн кв.метр торлаҡ төҙөргә ниәтләй.

«Беҙҙең бурыс — сафҡа индерелгән торлаҡ йорттары күләмен арттырыу һәм буласаҡ төҙөлөш урындарына инфраструктура әҙерләү. Беҙ бер юлы инженер селтәрҙәр, социаль объекттар ҡороуҙы ла үҙ өҫтөбөҙгә алғанбыҙ», — тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын үтәүсе Егор Родин.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-10-17/v-bashkirii-v-yanvare-sentyabre-vvedeno-2-2-mln-kv-m-zhilya-2992245

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика