
Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының уңышы 1980 йылдарҙан алып тәүге тапҡыр 5 миллион тоннаға еткән, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.
«Тарихта дүртенсе тапҡыр ошо сикте үтәбеҙ. 1983 йылда – 5 миллион тонна, 1985 йылда – 5,2 миллион, 1986 йылда иһә 5,9 миллион тонна иген йыйып алынһа, бына хәҙер 1980 йылдарҙан алып тәүге тапҡыр йәнә 5 миллион тонналыҡ сиккә еттек, – тип билдәләне ул. – Бындай юғары һөҙөмтәгә өлгәшергә беҙгә һауа торошо ярҙам итте – йәйҙең тәүге яртыһы иген һәм ҡуҙаҡлылар өсөн бик яҡшы булды, ләкин ул ғына ла түгел. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығына ҙур өлөш индерҙек. Ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу өҫтөндә эшләнек, аграрийҙарыбыҙ өс йылда 5 миллиард һумға яҡын субсидия алды. Шулай уҡ элиталы орлоҡ материалына һәм минераль ашламалар һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплауҙы дауам итәбеҙ. Әммә тәү сиратта мин иртә таңдан ҡара төнгә тиклем баҫыуҙа эшләгән игенселәргә рәхмәт белдерәм».

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.