

2023 йылда ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек һәм әсәлек менән бәйле пособиеларҙың максималь суммаһы арта. Бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие 23 011 һумға тиклем күтәрелә, 140 көнлөк декрет ялы ваҡытында йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 383 179 һум була, ә ауырығанлыҡ ҡағыҙҙары буйынса максималь түләү күләме – айына 83 204 һум. Тейешле мәғлүмәт Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы сайтында баҫылған.
«Бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие фактик инфляция кимәле буйынса индексациялана. Ошондай индексация 2023 йылдың 1 февраленән башҡарыла. Бюджет проектында ҡаралған индексацияны иҫәпкә алғанда, бер тапҡыр бирелә торған түләү 23 011 һум була. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм йәш ярымға тиклемге баланы ҡарау буйынса пособиелар күләме уҙған ике йылда страховкаланған эш хаҡы кимәленә бәйле. 2023 йылда ла түләүҙәрҙең максималь суммаһы арттырыла», – тиелә ведомство белдереүендә.
2023 йылда эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса максималь түләү түбәндәгесә булырға тейеш: 8 һәм унан күберәк страховка стажы – айына 83 204 һум, 5-8 йыл стаж – 66 564 һум, 5 йылға тиклем стаж – 49 923 һум.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.