

Башҡортостандың Финанс министрлығы республикала йәшәүселәргә күсемһеҙ милеккә, транспортҡа һәм ергә һалым түләү кәрәклеген иҫкә төшөрә. Сентябрҙә граждандар — хаттар, ә һалым түләүсенең «Шәхси кабинеты» булғандар электрон белдереү ҡағыҙҙары алырға тейеш.
«Һалым белдереүендә һалым түләнергә тейеш милек объекттары ғына күрһәтелә. Әгәр һалым түләүсегә һалым түләүҙән азат иткән льгота бирелһә, бындай объект һалым белдереүендә сағылыш тапмай. Шулай уҡ һалымдың суммаһы 100 һумдан кәмерәк булһа, белдереү ҡағыҙҙары ебәрелмәй», — тип белдерҙеләр Финанс министрлығында.
Әгәр 1 ноябргә тиклем белдереү ҡағыҙы килмәһә, квитанцияны һалым инспекцияһында йәки күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл халыҡҡа 2 миллион белдереү ҡағыҙы ебәрелгән (1,5 миллионы — почта, 500 меңе — электрон), иҫәпләнгән милек һалымының суммаһы — 6,5 миллиард һум.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.