15:17 (UTC+5), 23 Сентября 2022

Башҡортостанда 390 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда ошо культураны сәскән 19 райондың 15-ендә шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу бара. Ауыл хужалығы министрлығының 22 сентябргә мәғлүмәттәре буйынса, хужалыҡтар 14 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алған, был иһә сәселгән майҙандарҙың өстән бер өлөшө. Тамыраҙыҡтарҙың тулайым уңышы 390 мең тоннанан ашҡан, бер гектарҙан уртаса уңыш 280 центнер тәшкил итә (2021 йылда гектарынан уртаса уңыш — 300 центнерҙан ашыу, 2020 йылда — гектарынан 400 центнерға яҡын). Яңы уңыштың шәкәрлелеге тураһында мәғлүмәттәр әлегә юҡ.

Быйыл сәсеүлек майҙандары ярайһы уҡ арттырылған — сөгөлдөр сәскән 19 хужалыҡ 44 мең гектарҙа сәскән (2021 йылда — 36,5 мең гектар, 2020 йылда — 28,8 мең гектар).

Шәкәр заводтары эшкәртеү эшенә тотонған, 124 мең тонна сөгөлдөрҙән 17 мең тоннанан ашыу продукция етештергән.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-09-23/v-bashkirii-sobrali-bolee-390-tonn-saharnoy-svekly-2963040

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика