11:03 (UTC+5), 20 Сентября 2022

Республиканың 28 предприятиеһы вәкилдәре бизнес-миссия менән Иранға барырға йыйына

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты

Республиканың нефть-газ, химия һәм ауыл хужалығы сәнәғәте, машиналар төҙөү өлкәһендә эшләгән 28 предприятиеһы 2022 йылдың октябрендә Башҡортостан делегацияһының рәсми сәфәре барышында планлаштырылған бизнес-миссияла ҡатнашыу өсөн Иранға ғариза бирҙе. Башҡортостандың тағы 45 ойошмаһы бизнес-миссияла ҡатнашыу мөмкинлеген ҡарай. Ошо хаҡта республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Иран менән кооперация Башҡортостан өсөн бик мөһим. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса үҙ-ара тауар әйләнеше 121,1 миллион доллар тәшкил иткән. 2022 йылдың ғинуар-июнендә Башҡортостандан Иранға экспорт күләме 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 53,5%, импорт күләме 46 тапҡырға артҡан. Экспорттың күпселек өлөшө, 90% ашыуы, аҙыҡ-түлек тауарҙарына һәм сеймалға тура килә.

Рәсәйҙең сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан командировкаға ебәрелгән хеҙмәткәр эшләй башлай. Иран партнерҙары яғынан да ике яҡлы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуҙың ҡырҡа артыуы күҙәтелә. Мартта Иранда Рәсәй менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре буйынса оператив штаб ойошторолған.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-09-20/predstaviteli-28-predpriyatiy-bashkirii-otpravyatsya-s-biznes-missiey-v-iran-2956750

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика