Рәсәй Хөкүмәте Сәнәғәтте үҫтереү фондын докапитализациялау тураһында ҡарарҙы раҫланы. Атап әйткәндә, 8,2 миллиард һум импортты алмаштырыу өлкәһендәге төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуға, шулай уҡ етештереүҙе яңыртыуға һәм киңәйтеүгә йүнәлтелә. Ошо хаҡтағы бойороҡҡа Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
«Финанслау эшләп килгән предприятиеларға ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә. Уларҙың үҙ производстволарын автоматлаштырыу һәм һанлаштырыу кимәлен күтәреү мөмкинлеге була, — тиелә Министрҙар кабинеты белдереүендә. — Бынан тыш, бүленгән аҡса 17 яңы проектты бойомға ашырырға ярҙам итеү өсөн тотонола».
Сәнәғәтте үҫтереү фонды перспективалы технологиялар әҙерләү, сит ил аналогтарын алмаштыра алырлыҡ продукция етештереү менән шөғөлләнгән предприятиеларға льготалы займдар бирә.
Фондты докапитализациялау тураһында ҡарар Михаил Мишустиндың 2022 йылдың июлендә Удмурт Республикаһына эш сәфәре йомғаҡтары буйынса йөкләмәләр исемлегенә ингән. 15 сентябрҙә Рәсәй хөкүмәте ултырышында ошо мәсьәлә хупланды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.