12:57 (UTC+5), 15 Сентября 2022

Республикала гектарынан 30-ар тонна алма алырға мөмкин — Ауыл хужалығы министрлығы

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы

Шишмә емеш-еләк питомнигында суперинтенсив типтағы алма баҡсаларының инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙың тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды. Баҡсаға нигеҙ һалынғандың өсөнсө йылына бында алманан тәүге уңыш йыялар. Майҙансыҡты вице-премьер — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та килеп ҡараны.

«Был ҡатмарлы, тәүәккәллек талап иткән бизнес. Вәғәҙәләгәнсә, өсөнсө йылға яңы технологиялар буйынса тәүге уңышты алдығыҙ. Һеҙҙең объект башҡаларға яҡшы өлгө булыр тип ышанабыҙ. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар», — тине вице-премьер.

2020 йылда инвестор беренсе этапта 80 гектар алма һәм башҡа баҡсаларға нигеҙ һалған. Проектҡа бөтәһе 2 миллиард һум аҡса һалыу күҙаллана. Бишенсе йылға гектарынан 30 тоннаға тиклем уңыш көтөлә. Рәсәйҙә алманың уртаса уңышы — гектарынан 3 тонна, Краснодар крайында — 12-16 тонна, Кубандең «суперинтенсив» баҡсаларында — 60-65 тонна.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-09-15/minselhoz-v-bashkirii-vozmozhno-poluchat-po-30-tonn-yablok-s-gektara-2950347

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика