12:55 (UTC+5), 05 Августа 2022

Учалы районында алтын табыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыла

Ләйсән Закирова

Учалы районында техноген йөкләмәнең юғары булыуына бәйле алтын сығарыуға рөхсәт биреү өсөн ваҡытлыса мораторий индерелеүе ихтимал. 4 августа ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияла хакимиәт башлығы Руслан Ғиләжетдинов шундай тәҡдим менән сығыш яһаны. Ултырыш Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов рәйеслегендә үтте.

Үҙенең сығышында ул Учалы районының юғары тәбиғи-сеймал потенциалы, шул иҫәптән һибелмә алтын ятҡылыҡтары менән айырылып тороуын билдәләне. Бөгөн унда 29 лицензиат эшләй, уларҙа 37 рөхсәт ҡағыҙы бар. Рөхсәт ҡағыҙҙарын алыу өсөн ғаризалар йылдан-йыл арта бара. Шуның менән бергә урындағы халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырған проблемалар ҙа байтаҡ.

Мәҫәлән, алтын сығарырға рөхсәт ителгән 37 лицензиялы участканың 20-һенең генә ер менән файҙаланыуға хоҡуғы бар. Барлыҡ предприятиелар ҙа хеҙмәткәрҙәрҙе рәсми рәүештә теркәмәй.

«Учалы районы иҡтисадында файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу мөһим урын биләүгә, урындағы бюджетҡа һалым һәм һалым булмаған килемдең 58,9% формалаштырыуға ҡарамаҫтан, алтын табыуҙан ингән аҡса бик аҙ. Учалы районында эшләгән алтын табыу компанияларының 90% районға ла, республикаға ла, проблеманан башҡа, бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй тип әйтергә мөмкин», — тине Азат Бадранов.

Беренсе вице-премьер ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың урындағы хакимиәт менән үҙ-ара эш итеүенә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Учалы районында бөгөн биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереү йәһәтенән 10 предприятие ғына килешеү төҙөгән. Властар үҙ биләмәһендә кемдәрҙең эшләп йөрөгәнен белмәй. Алтын сығарыусылар менән халыҡ араһында низағтар башланғас ҡына таныша. Республика өсөн предприятиеларҙың һалымды ваҡытында түләүе һәм хеҙмәт ҡануниәтен үтәүе генә түгел, ә урындағы властар, шулай уҡ халыҡ менән диалог булдырыуы ла мөһим, тине Бадранов.

Ултырышта Учалы районында 1 планлы һәм 20 пландан тыш тикшереү үткәреүҙәре хаҡында әйтелде. Һөҙөмтәлә 1 миллион 345 мең һумлыҡ штраф һалынған, Ураҙ ауылы янында «Альтинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең алтын табыуға лицензияһы ғәмәлдән сығарылған.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-08-04/v-uchalinskom-rayone-priostanovyat-vydachu-litsenziy-na-dobychu-zolota-2898622

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика