15:41 (UTC+5), 05 Августа 2022

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы быйылғы миҙгелдә игенде экспортҡа оҙатыу планын яңынан ҡарауы ихтимал

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы быйылғы миҙгелдә игенде экспортҡа оҙатыу планын яңынан ҡарауы ихтимал. Был хаҡта бөгөн Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы оперштабының Башҡортостан Республикаһында уҙған күсмә ултырышында ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев белдерҙе. Унда ҡатнашыусылар илдә урып-йыйыу эштәре барышын тикшерҙе.

Ведомство башлығы билдәләүенсә, әлеге ваҡытта барлыҡ федераль округтарҙа эштәр әүҙем бара. Майҙандың 27 проценты йыйылған, аграрийҙар 55 миллион тоннаға яҡын иген йыйып алған. Быйыл уңыш уртаса, әммә йыйылған ашлыҡтың күләме әлеге ваҡытта былтырғыға ҡарағанда аҙыраҡ. Беренсенән, яҙҙың һалҡын килеүе сәбәпле, күп кенә субъекттарҙа аграрийҙар урып-йыйыу эшенә һуңыраҡ тотондо. Икенсенән, эштәр ауыр шарттарҙа бара. Ҡайһы бер биләмәләрҙә ямғыр яуа, дымлылыҡ юғары, ел.

«Дөйөм алғанда, быларҙың барыһы ла игендең уңышы буйынса күрһәткесте 130 миллион тонна еткереү йәһәтенән хәүеф тыуҙыра. Әлбиттә, үҙебеҙҙең баҙарҙы тулыһынса тәьмин итербеҙ, проблемалар булмаҫ. Әммә планлаштырылған күләмгә өлгәшмәһәк, 50 миллион тонналыҡ экспорт планын яңынан ҡарарға тура килер. Ә бының донъяның иген баҙарында ла кире сағылыш табыуы ихтимал», – тине Дмитрий Патрушев.

Министр төбәктәрҙең вәкилдәрен уңышты сифатлы һәм ваҡытында йыйып алыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә саҡырҙы. Бынан тыш, киләһе йылдың баҫыу эштәренә әҙерлекте әүҙемләштерергә кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-08-05/minselhoz-rossii-mozhet-peresmotret-plany-po-eksportu-zerna-v-tekuschem-sezone-2899544

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика