10:25 (UTC+5), 29 Июля 2022

«Башҡорт аты» республика фестивалендә йылҡысылыҡты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелә

2022 йылдың 29-30 июлендә Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» республика башҡорт тоҡомло аттар фестивале ойошторола. Төрлө мәҙәни-күңел асыу сараларынан тыш, фестиваль киң эшлекле программа майҙансығы булмаҡсы. Унда башҡарма власть органдарының йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, йылҡысылыҡ хужалыҡтары һәм тоҡом малы репродукторҙары етәкселәре, зоотехниктар, генетика, селекция һәм тоҡомло аттарҙы үрсетеү өлкәһендәге ғилми берләшмәләр вәкилдәре ҡатнаша. Ҡатнашыусылар түңәрәк өҫтәл барышында Башҡортостанда йылҡысылыҡ тармағын селекция һәм технологик яҡтан тәьмин итеүҙең мөһим мәсьәләләрен, эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен һәм ошо өлкәләге проблемаларҙы, шулай уҡ тоҡомдо артабан камиллаштырыуҙы тикшерергә йыйына.

Бынан тыш, сараның икенсе көнөндә Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм «Аҡбуҙат» республика йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге белгестәре башҡорт тоҡомло аттарҙы бонитировкалау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә.

Фестивалдә махсус рәүештә бейә һөтөнән шифалы эсемлек яратыусылар өсөн Республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ла уҙғарыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ҡымыҙсы һөнәрен популярлаштырыу, милли эсемлек етештереү технологияһында алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында был бәйге даими ойоштороп килә. Быйыл иһә 20-нән ашыу райондан ҡымыҙ бешеүселәр ҡатнашырға әҙерләнә. Абруйлы жюри хөкөмөнә республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә етештерелгән ҡымыҙ тәҡдим ителә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-07-28/aktualnye-voprosy-razvitiya-konevodstva-obsudyat-na-respublikanskom-festivale-bashkort-aty-2889674

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика