
Өфөлә «Менделеев» торлаҡ комплексының 70 алданған өлөшсөһө күптән көткән фатир асҡыстарын алды, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Ошо проблемалы комплекс төҙөлөшө 10 йылдан ашыу элегерәк башланғайны. Күмәк көс менән Е, Ж һәм 5Л секциялары билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ файҙаланыуға тапшырылды.
«2024 йылға муниципалитет менән берлектә ошо квартал тамамланған төҫ алһын өсөн мәсьәләне аҙағына еткерергә уйлайбыҙ», — тип белдерҙе Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
Бәхетле милекселәр иҫәбендә 2014 йылда «Менделеев» торлаҡ комплексында фатир һатып алған Елена Дудина ла бар.
«Беҙгә йортто 2016 йылда уҡ төҙөп бөтөргә вәғәҙәләгәйнеләр. Фатир өсөн күп ваҡыт, нервы һәм көс сарыф ителде, шул иҫәптән судтар, беҙҙе алданған өлөшсөләр тип таныу. Ул саҡта фатирға бөтөнләй икенсе пландар ҡорғайныҡ, әммә улар тормошҡа ашманы. Хәҙер бер генә теләк — тиҙерәк ремонт яһарға һәм ҡыуанып йәшәргә, — тине ул. — Республика Башлығы Радий Хәбировҡа, мэр Ратмир Мәүлиевҡа беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағаны һәм фатир алырға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.