Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.44
-0.15
92.47
-0.34
62.26
-0.12
-25 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июль 2022, 11:56

Өфөнән Волгоградҡа осоштар тергеҙелә

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

1 августан «Азимут» авиакомпанияһы Өфөнән Волгоградҡа субсидияланған осоштар программаһын тергеҙә.

«Рейстар аҙнаһына бер тапҡыр, дүшәмбе, Sukhoi Superjet 100 самолетында башҡарыла. Юлға 2 сәғәт 5 минут ваҡыт китә», — тип хәбәр иттеләр «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 23 июлдән «Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Түбәнге Новгородҡа субсидияланған осоштар программаһын тергеҙҙе.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-07-26/aviakompaniya-azimut-vozobnovlyaet-polety-iz-ufy-v-volgograd-2886221

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас