
Башҡортостанда Минск автомобиль заводының йөк ташыу өсөн махсус техникаһын етештерә башлау планлаштырыла. Был хаҡта «Иннопром-2022» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә һөйләшеүҙәр булды.
Цехтар республиканың сәнәғәт технопарктарының береһендә йәки өҫтөнлөклө зона биләмәһендә, мәҫәлән, Туймазының «Мастер» промтехнопаркында йәки «ПромҮҙәк» индустриаль паркында асыла.
«Производствоны ике этапта ойоштороу күҙ уңында тотола. Белоруссия партнерҙары йылына 1000-гә тиклем йөк автомобиле етештергән берлектәге предприятие төҙөү мөмкинлеген ҡарарға әҙер», — тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һүҙҙәренсә, яңы предприятие мөлкәткә һалым түләүҙән азат ителә, шулай уҡ килемгә һалымдың түбән ставкаһына, ҡуртым буйынса льготаларға иҫәп тота ала.
«Шулай уҡ инвестор, Башҡортостан Республикаһы Башлығы бойороғона ярашлы, ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға биреү мөмкинлегенә эйә була», — тип билдәләне Александр Шельдяев.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.