10:42 (UTC+5), 04 Июля 2022

Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы «Иннопром» күргәҙмәһендә ҡатнаша

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн Екатеринбургта республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы 2010 йылдан уҙғарылып килгән «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Был Рәсәйҙә төп индустриаль, сауҙа һәм экспорт майҙансығы. Күргәҙмәлә башлыса донъяның төрлө илдәренән профессиональ һатып алыусылар, сәнәғәт предприятиеларының производствоға яңы продукция һәм технологиялар индереү тураһында ҡарар ҡабул итеүсе белгестәре ҡатнаша.

Башҡортостан күргәҙмәлә тәүге тапҡыр «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте менән берлектә республика стенды менән таныштыра.

«Иннопром» барышында төбәктәрҙә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингы йомғаҡтарының презентацияһы ла була. 2021 йылда Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы 2020 йылда ил субъекты башҡарма власть органдарының сәнәғәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса тәүгә һөҙөмтәлелек рейтингын төҙөнө. Унда Башҡортостан 66,5 балл йыйып, беренсе урынды алды.

2022 йылда был рейтингка 14 яңы күрһәткес өҫтәлгән.

Күргәҙмәнең һәм эшлекле программаның төп темаһы –  «Сәнәғәт күсеүе: саҡырыуҙарҙан яңы мөмкинлектәргә». Күргәҙмәлә етештереүҙе автоматлаштырыу, яңы мобиллек, заманса материалдар һәм башҡа перспективалы йүнәлештәр өлкәһендәге мөһим эшкәртмәләр күрһәтелә. «Иннопром»да донъяның 25 иленән делегациялар ҡатнаша, күргәҙмәнең партнер-иле — Ҡаҙағстан. Ҡаҙағстандың 100-гә яҡын компанияһынан тау-металлургия комплексы, машиналар эшләү, химия һәм фармацевтика сәнәғәте, төҙөлөш индустрияһы, еңел сәнәғәт, һанлы индустрия, йәшел энергия, аэройыһан һәм оборона сәнәғәте өсөн продукция һәм ҡарарҙар тәҡдим ителә.

Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстандың иҡтисади ҡеүәте милли стендтар форматында күрһәтелә.

«Иннопром» майҙандарында Евразия иҡтисади союзы илдәренең сәнәғәт буйынса советы уҙғарыла.

Тәүге тапҡыр күргәҙмәлә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының 2021 йылда Көньяҡ тау-металлургия комплексына берләштерелгә  ете металлургия һәм кокс-химия предприятиеһы ҡатнаша.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-07-04/delegatsiya-bashkirii-vo-glave-s-radiem-habirovym-prinimaet-uchastie-v-vystavke-innoprom-2862033

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика