Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
60.45
+0.07
61.7
+0.15
98.41
+1.01
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Июнь , 17:20

Ғинуар-май айҙарында Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө күләме 2021 йылғы рекордлы күрһәткестәрҙән юғарыраҡ

2022 йылдың ғинуар-май айҙарында Өфөлә төҙөлгән торлаҡтың дөйөм майҙаны 480 мең квадрат метр самаһы тәшкил иткән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 40 меңгә күберәк. 2021 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында 1 миллион 168 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡала Советы депутаттары алдында сығыш яһағанда ошондай мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.

Уның әйтеүенсә, тулайым эске продукт структураһында төҙөлөш яҡынса 11% биләй, ә «Күсемһеҙ милек менән операциялар»ға ҡараған эшмәкәрлек төрҙәрен иҫәпкә алғанда иһә 19% тулайым эске продукт. 

Төҙөлөш баҙары перспективалары хаҡында һөйләгәндә, эксперттар иҡтисадтағы хәлдең ҡатмарлашыуына бәйле тармаҡ үҫеше темпының әкренәйеүенән хәүефләнә. Бында дәүләт яғынан, тәү сиратта төҙөлөш бизнесына административ йөкләмәне кәметеү һәм халыҡтың льготалы ипотека кредиттары алыу мөмкинлеген тәьмин итеү йәһәтенән ярҙам ҙур роль уйнай.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-06-29/v-yanvare-mae-ob-emy-zhilogo-stroitelstva-v-ufe-prevysili-pokazateli-rekordnogo-2021-goda-2858107

Автор:Алексей Фәтихов
Читайте нас в