15:27 (UTC+5), 23 Июня 2022

Федераль план сиктәрендә алдағы биш йылда Башҡортостан трассалары яңыртыла

Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте бойороғо менән 2023-2027 йылдарға юлдар төҙөү, реконструкциялау һәм ремонтлау буйынса 250-нән ашыу саранан торған исемлек раҫланды. Ул федераль, төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы трассаларға ҡағыла. Маҡсаты – 105 ҙур агломерацияла юлдарҙың 85%, төбәктәрҙә иһә юлдарҙың 50% ашыуын норматив хәлгә килтереү.Трассаларҙы киңәйтеү иҫәбенә уларҙың үткәреү һәләте арта, 46 ҙур ҡаланың  урау юлы һалына, был инде урындағы халыҡҡа һәм водителдәргә уңайлы шарттар тәьмин итергә тейеш.Автотрассаларҙы яңыртыу, киңәйтеү һәм төҙөү өсөн федераль бюджеттан 5 триллион һумдан ашыу аҡса бүленә.

Исемлеккә индерелгән объекттар араһында – Башҡортостан юлдары һәм автотрасса участкалары. Атап әйткәндә, Дүртөйлө – Әчит трассаһы участкаһын, Кушнаренко һәм Бөрө райондарында Ағиҙел йылғаһы аша күпер менән Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлын төҙөү, Көнсығыш сығыу юлы төҙөү, Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙың бер нисә участкаһын реконструкциялау.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-06-23/v-ramkah-federalnogo-plana-v-blizhayshie-5-let-moderniziruyut-avtotrassy-bashkirii-2851646

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика