14:07 (UTC+5), 22 Июня 2022

Радий Хәбиров республикала артабан да газ үткәреү өсөн ҡорамалдар етештереү менән танышты

Фото: Олег Яровиков

22 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты.

Предприятие 15 йылдан ашыу газ үткәреү ҡорамалдары етештереү менән шөғөлләнә.

«Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов республика етәксеһенә продукцияның өс майҙансыҡта: Өфөлә, Ишембайҙа һәм Стәрлетамаҡта етештерелеүе хаҡында һөйләне.

Етештереү күләме 2021 йыл йомғаҡтары буйынса 368 миллион һум тәшкил иткән, 2022 йылға план – 414,0 миллион һум.

Предприятие эшенә көнбайыш илдәре индергән санкциялар йоғонто яһаманымы, импортты алмаштырыу менән хәлдәр нисек, тип ҡыҙыҡһынды республика етәксеһе.

«Газпром» импортты алмаштырыу мәсьәләләре менән күптән шөғөлләнә, был предприятиела бөтә ҡорамалдар ҙа илебеҙҙә етештерелгән тип әйтергә мөмкин. Шулай уҡ йорт эсендә ҡулланыу өсөн ҡорамалдар: ҡаҙанлыҡтар, плитәләр, иҫәп приборҙары менән проблемалар юҡ, улар ҙа Рәсәйҙә һәм Белоруссияла етештерелә. Ҡытайҙан һәм Төркиәнән дә кәрәкле ҡорамалдар килтерәбеҙ. Газ үткәреү программаларын тормошҡа ашырыуҙа тотҡарлыҡтар булмаҫ», — тип билдәләне Альберт Лоҡманов.

«Ағиҙел-3000» катодлы һаҡлау станцияһы «Газпром газ бүлеү Өфө» предприятиеһының Өфөнөң «Молния» ғилми-етештереү предприятиеһы менән берлектәге эше булып тора. Ул үткәргес торбаларҙы һәм ер аҫтындағы ҡорос ҡоролмаларҙы коррозиянан электрохимик һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Альберт Лоҡманов һүҙҙәренсә, бөтә станциялар контроль һәм идара итеү системалары менән йыһазландырылған. Предприятиеның етештереү ҡеүәттәре йылына 1000 станция әҙерләргә мөмкинлек бирә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-06-22/radiy-habirov-oznakomilsya-s-proizvodstvom-oborudovaniya-dlya-dalneyshey-gazifikatsii-respubliki-2850170

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика