
17 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Токаев менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Улар сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт, инвестиция һәм мәҙәни-гуманитар өлкәләрҙә Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу сараларын тикшерҙе.
Ҡаҙағстандың Рәсәй менән стратегик партнерлығында Башҡортостан махсус урын биләй, тип билдәләне Ҡасым-Жомарт Токаев әңгәмә барышында. Дәүләт башлығы Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең үҫешеүен билдәләне.
«Беҙ, һис шикһеҙ, Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында эшлекле хеҙмәттәшлек өсөн аныҡ проекттар булдырыу һәм уларҙы үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Шуға күрә һеҙҙең компанияларҙың етәкселәрен Ҡаҙағстанға саҡырам. Беҙ барлыҡ шарттар булдырырбыҙ. Беҙҙең ҡыҙыҡһыныуыбыҙ күренә. Әгәр һеҙҙең яҡтан индустриаль потенциалды иҫәпкә алып ҡыҙыҡлы берлектәге проекттар тәҡдим ителһә, һәйбәт эшләрбеҙ тип ышанам», – тине Ҡаҙағстан президенты.
Токаев һүҙҙәренсә, Башҡортостан Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең төбәк-ара хеҙмәттәшлеген нығытыуға ҙур өлөш индерә.
Радий Хәбиров Ҡаҙағстан президентына осрашыу өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ошо ил менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең стратегик мөһимлеген билдәләне.
«Башҡортостан Ҡаҙағстан бизнесы менән эште артабан да дауам итергә ниәтләй. Был беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо ваҡыт эсендә ҡул ҡаушырып ултырманыҡ. Ҡаҙағстанға сәфәрем барышында бер нисә килешеү төҙөлдө һәм ғәмәлгә ашырылды. Тауар әйләнеше йылдан-йыл арта. Әле яҡынса 430 миллион доллар», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.