Бөгөн 25-се Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй төбәктәрендә Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Уны йыл һайын Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләй.
2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урынды һаҡлап ҡалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек республика тәүге тапҡыр бишенсе урынға сыҡты. 2019 йылда – туғыҙынсы, ә 2018 йыл йомғаҡтары буйынса 16-сы урында ине. Тәүге урындарҙа – Мәскәү, Татарстан, Мәскәү һәм Тула өлкәләре.
Башҡортостан Түбәнге Новгород, Төмән, Новгород, Сахалин өлкәләре менән бишенсе урынды бүлеште.