16:55 (UTC+5), 16 Июня 2022

Башҡортостан «Ағиҙел аръяғын» үҫтереү өсөн 8,4 миллиард һумлыҡ займ алыу өсөн ДОМ.РФ менән килешеү төҙөнө

Азат Ғиззәтуллин

16 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм Торлаҡ өлкәһендә үҫеш институты (ДОМ,РФ) хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа республика Башлығы Радий Хәбиров һәм ДОМ.РФ генераль директоры Виталий Мутко ҡул ҡуйҙы.

Килешеү, ДОМ.РФ инфраструктура облигацияларын файҙаланып, республикала социаль һәм коммуналь объекттар төҙөүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан – Рәсәйҙең яңы финанс ҡоралы ғәмәлгә ашырылған туғыҙынсы төбәге.

Облигациялар Өфөлә «Ағиҙел аръяғы» биҫтәһе, Һуғыш ветерандарының республика клиник госпитале биләмәһендә һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәрен, шулай уҡ 360 уҡыусыға иҫәпләнгән Республика математика лицей-интернатын төҙөү өсөн кәрәк.

«Төбәктәрҙә заманса, сифатлы инфраструктураның булыуы – халыҡтың йәшәү сифатын арттырыу, Рәсәй субъекттарын үҫтереү өсөн төп шарттарҙың береһе. Облигациялар сығарыу аша льготалы финанслау механизмының төп ыңғай яғы – уның күп яҡлы булыуы. Башҡортостанда уның ярҙамында яңы торлаҡ төҙөлөшө өсөн коммуналь селтәрҙәр, мөһим медицина һәм белем биреү объекттары төҙөлә», – тине Виталий Мутко.

Башҡортостан Башлығы ДОМ.РФ менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә хәл ителгән проекттарҙың күләмлелеген әйтте.

«Ағиҙел аръяғын үҫтереү проекты Башҡортостандың баш ҡалаһын үҫтереү өсөн стратегик әһәмиәткә эйә. Өфө йылға араһында урынлашҡан, шуға күрә ҡалаға күп фатирлы йорттар төҙөү өсөн яңы майҙансыҡтар кәрәк. Улар Өфө ярымутрауынан ситтә урынлашҡан. Ағиҙел аръяғында 9 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөргә мөмкин, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – . ДОМ.РФ етәкселегенә һәм Виталий Леонтьевич Муткоға башланғыстарыбыҙҙы хуплауҙары һәм берлектәге һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерәм».

«Забелье» проекты буйынса инфраструктура облигациялары механизмы сиктәрендә 8,4 миллиард һумлыҡ займ килешеүенә ҡул ҡуйылды. Уның ярҙамында һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү объекттары төҙөлә. Инженер селтәрҙәренең дөйөм оҙонлоғо – 45 саҡрым.

https://www.bashinform.ru/news/SPIEF2022/2022-06-16/bashkiriya-podpisala-soglashenie-s-dom-rf-na-poluchenie-zayma-v-8-4-mlrd-rubley-dlya-razvitiya-zabelya-2842136

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика