Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
15+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Июнь 2022, 10:28

Красный Луч ҡалаһында Башҡортостандан килтерелгән асфальт заводы эшләй башланы

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

8 июндә Луганск Халыҡ Республикаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров гуманитар автоколонна менән килтерелгән һәм Красный Луч ҡалаһында монтажланған асфальт заводы эшенә старт бирҙе.

Сәғәтенә 60 тонна асфальт етештереү ҡеүәтенә эйә технологик комплекс Өфөнән 20 майҙа монтаж краны, битум һауыты һәм запас частар менән бергә оҙатылды. Бынан тыш, Луганск Халыҡ Республикаһына урындағы юлдарҙы тергеҙеүгә ярҙам итеү өсөн «Башкиравтодор»ҙың 25 хеҙмәткәре командировкаға килде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала халҡын юл инфраструктураһын яңыртыу эштәре башланыуы менән ҡотланы. Йәйге миҙгелдә яңы комплекс Красный Луч юл селтәренең 170 километрлыҡ асфальт ҡатламын яңыртыуҙы тәьмин итергә тейеш.

«Хәҙер ремонт эштәре тиҙерәк барыр – бөгөн Башҡортостандан килтерелгән асфальт заводын файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Уны монтажлағанда белгестәребеҙ соҡорҙарҙы ямау менән шөғөлләнде. Завод эшләй башланы, мин ҡәнәғәтмен. Урындағы юлдарҙы тәртипкә килтереү өсөн ҡалаға ҙур күләмдә асфальт кәрәк», – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе тергеҙеү эштәрендә ҡатнашҡан юлсылар менән аралашты. Радий Хәбиров уларға фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм командировканы уңышлы тамамлауҙарын теләне.

Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан Башлығы төҙөлөп ятҡан балалар майҙансығы урынында ла булды. Ул 12 июндә, Рәсәй көнөндә, асылырға тейеш. Социаль объектта эштәрҙе Башҡортостандан командировкаға ебәрелгән төҙөүселәр алып бара. Улар майҙансыҡҡа нигеҙ һалыуҙы тамамлап килә, һуңынан унда уйын ҡоролмалары һәм тренажёрҙар ҡуйыу күҙаллана.

Әйткәндәй, республикабыҙ төҙөүселәре 1 июндә ЛНР-ҙың  Петровское ҡалаһында тағы бер балалар майҙансығын асты. Ул 450 квадрат метр майҙанды биләй, унда резина япма түшәлгән, ҡомташ, спорт снарядтары һәм Ишембайҙа етештерелгән 15 яҡтыртҡыс монтажланған.

«Балалар яңы майҙансыҡта рәхәтләнеп буш ваҡытын үткәрә. Балаларыбыҙ бында ҡыуанып уйнай, шуның өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, – тине Радий Хәбировҡа бер әсә. – Беҙ Башҡортостанға ярҙамы өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ».

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-06-09/v-luganskom-gorode-krasnyy-luch-zapustili-asfaltovyy-zavod-postavlennyy-bashkiriey-2835292

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков
Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: