11:25 (UTC+5), 27 Мая 2022

Башҡортостан сәнәғәт кластерҙары үҫешенә өмөт бағлай — Радий Хәбиров

Башҡортостан сәнәғәт кластерҙарын үҫтереүгә баҫым яһай, тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«Иҡтисадыбыҙ алдында торған саҡырыуҙар шарттарында Башҡортостан сәнәғәт кластерҙарын үҫтереүгә баҫым яһай. Предприятиеларҙы берләштереү импортҡа бәйлелекте кәметергә, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә.

Башҡортостандың мебель кластеры илдә тәүгеләрҙән булып Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрына инде. Унда ҡатнашыусылар 775 миллион һумлыҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға ниәтләй. Алдағы 3-4 йылда ошо кластер предприятиеларында 1200-ҙән ашыу кеше эшләр тип көтөлә.

Пилотһыҙ авиация кластеры юғары хеҙмәт хаҡы түләнгән тағы 5 мең эш урынын тәьмин итергә тейеш. Бында пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн компоненттар һәм мәғлүмәт системаларын сығарыу планлаштырыла.

Бының менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ. Етештереүселәребеҙ производствоның төрлө өлкәләрендә берләшергә йыйына. Машина эшләү, сәнәғәт һәм агросәнәғәт кластерҙары — ойоштороу процесында. Беҙҙең ҙур предприятиелар уларҙа ҡатнашырға әҙер.

Башҡортостан — кластерҙарҙы үҫтереүҙә яңы алымдар индереү буйынса Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе. Бөгөн «Яңы иҡтисади шарттарҙа предприятиеларҙы берләштереү» халыҡ-ара конгресының Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Республикабыҙға илдең 40-тан ашыу төбәгенән делегациялар, Ирандан, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан партнерҙарыбыҙ, сит ил компанияларының вәкилдәре килде. Улар һәм Рәсәйҙең Кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһы директоры Андрей Викторович Шпиленко менән кластер үҫеше, халыҡ-ара кооперация мәсьәләләре, резиденттарға бирелгән субсидияларҙы һәм өҫтөнлөктәрҙе тикшерҙек, тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ. Мөмкинлектәр киң, алға барабыҙ», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-05-26/bashkortostan-delaet-stavku-na-razvitie-promyshlennyh-klasterov-radiy-habirov-2819110

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика