Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, республикала планлаштырылған 425,5 мең гектарҙың 350 мең гектарына тиерлек майлы культуралар сәселгән.
Аграр ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл майлы культураларға 2021 йылға ҡарағанда 47 гектарға күберәк ер бүленгән.
«Көнбағыш сәсеүлектәр структураһында төп өлөштө алып тора. Әле ул планлаштырылған 296 мең гектарҙың 247 меңен биләй. Быйыл 31 мең гектарҙа рапс сәселгән. Етендең майҙаны 55 мең гектарҙан ашҡан. Төбәк аграрийҙары соя һәм гәрсис тә сәсә, уларҙың майҙаны 10,6 мең гектарға еткән», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.