10:45 (UTC+5), 25 Февраля 2022

Рәсәй банктарына ҡаршы санкциялар индерелде

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Альмира Давлетбаева

САНКЦИЯЛАР

АҠШ 11 юридик шәхескә, шул иҫәптән Һаҡлыҡ банкы, Газпромбанк һәм ВТБ-ға ҡаршы санкциялар индерҙе. РИА Новости агентлығы Американың Финанс министрлығына һылтанып хәбәр итеүенсә, АҠШ-тың бөтә финанс институттарына 30 көн дауамында санкцияға эләккән Һаҡлыҡ банкының корреспондент иҫәптәрен ябырға ҡушылды. Шулай уҡ «Открытие» банкына, Новикомбанкка һәм Совкомбанкка ҡаршы санкциялар индерелә.

«Ошо өс финанс институты Рәсәй иҡтисадында әһәмиәтле роль уйнай, 80 миллиард долларлыҡ дөйөм активты контролдә тота», — тиелә ведомствоның рәсми матбуғат релизында.

РӘСӘЙ ХӨКҮМӘТЕ ПОЗИЦИЯҺЫ

Рәсәй Хөкүмәте мәғлүмәте буйынса, әлеге көндә илдең санкциялар һәм тышҡы янауҙар шарттарында финанс системаһының тотороҡлоғон тәьмин итеү өсөн етерлек финанс ресурстары бар.

«Рәсәй Хөкүмәтендә финанс баҙарҙарын һәм айырым компанияларҙы санкцияларҙан һәм башҡа хәүефтәрҙән һаҡлау саралары буйынса аныҡ пландар төҙөлдө. Ошо эш барышында санкциялар индереү эҙемтәләрен имитациялау моделләштереүе (стресс-тестар) үткәрелде. Уның йомғаҡтары буйынса аныҡ эш пландары әҙерләнде. Финанс баҙары һәм ҙур компаниялар уларҙы тормошҡа ашырырға тулыһынса әҙер», — тиелә рәсми матбуғат релизында.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-02-25/krupnye-rossiyskie-banki-popali-pod-sanktsii-2705911

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика