16:41 (UTC+5), 03 Февраля 2022

Башҡортостанда индексациянан һуң уртаса пенсия күләме аталды

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
Галина Бахшиева

Башҡортостанда пенсионерҙар 8,6 процентҡа тиклем арттырылған пенсия ала башланы, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенән.

Республиканың эшләмәгән пенсионерҙарына индексацияланған түләүҙәр бөгөндән башлап ғәҙәти график буйынса таратыла. 1 ғинуарҙан пенсия 5,9 процентҡа артты. 1 февралдән ул тағы ла 8,6 процентҡа тиклем индексацияланды.

Февраль пенсияһы менән бергә пенсионерҙар ғинуар өсөн өҫтәмә аҡса алырға тейеш (пенсияны 5,9 проценттан 8,6 процентҡа тиклем индексациялауҙы иҫәпкә алып). Түләүҙәр автоматик рәүештә килә, бының өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.

«Страховка пенсияһын һәм страховка пенсияһына билдәләнгән түләү күләмен индексациялау 1,050 миллиондан ашыу пенсионерға ҡағылды. Башҡортостанда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме индексациянан һуң 17,5 мең һум тәшкил итте», — тип белдерҙе Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-02-03/nazvana-srednyaya-pensiya-v-bashkirii-posle-indeksatsii-2679164

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика