
Былтыр декабрь аҙағында Башҡортостандың Финанс министрлығы 2020 йылда бюджет дефицитын финанслау өсөн Һаҡлыҡ банкынан алынған 4 миллиард һумлыҡ банк кредиттарын ваҡытынан алда түләп бөттө, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. «Башҡортостан йәнә бурыс тотороҡлолоғо кимәле юғары булған төбәк статусын раҫланы», – тип билдәләне республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.
Банк кредиттарын ваҡытынан алда ҡаплау дәүләт бурысын хеҙмәтләндереүгә тотонолорға тейешле 86,7 миллион һумлыҡ бюджет аҡсаһын экономияларға мөмкинлек бирҙе.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республиканың дәүләт бурысы – 26,6 миллиард һум, бурыс йөкләмәһе республика ҡаҙнаһына һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең инеүенә бәйле килемгә 17 проценттан аҙыраҡ (2020 йылғы кимәлдән түбәнерәк) тәшкил иткән. Алдан хәбәр ителгәнсә, 2021 йылда төбәк ҡаҙнаһының һалым һәм һалым булмаған килемдәре 2020 йылға ҡарата 27,5 процентҡа артҡан. Керемдәрҙең ыңғай динамикаһы эшлекле әүҙемлектең һәм табыштың артыуына бәйле, тип белдерҙеләр Финанс министрлығында.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-01-13/bashkiriya-dosrochno-pogasila-bankovskie-kredity-na-4-mlrd-rubley-2652431
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.