06:29 (UTC+5), 12 Января 2022

Радий Хәбиров Нуриман районында аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларының үҫеш мөмкинлектәре менән танышты

Фото: Олег Яровиков
Әлфиә Әһлиуллина

11 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нуриман районына эш сәфәре барышында муниципалитеттың төп аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары менән танышты һәм уларҙы артабан яңыртыу, ассортиментты киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Республика етәксеһе Ҡыҙылъяр ауылы янында «Люкс» компанияһының алкоголле һәм алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү комбинатында булды. Комбинат 2019 йылдан уҡ эшләй, производствоға инвестицияларҙың дөйөм күләме — 180 миллион һумдан ашыу.

Республика етәксеһе кеүәҫ, лимонад һәм башҡа алкоголһеҙ, аҙ алкоголле эсемлектәр сығарыу цехтарын ҡараны, ошо продукцияға ихтыяж менән ҡыҙыҡһынды.

«Урынды һайлағанда иң тәүҙә һыуҙың таҙа булыуына иғтибар иттек, — тип билдәләне «Люкс» йәмғиәте директоры Евгений Лутков. — Һыу барыһын да хәл итә. Һыуҙы әҙерләмәйенсә тиерлек эшләйбеҙ, сөнки бында ул төрлө эсемлектәр етештереү өсөн яраҡлы».

Эшҡыуар һүҙҙәренсә, компания бөтә эсемлектәрҙе үҙенең ваҡлап һатыу селтәрендә һата, уның республика буйынса 80-дән ашыу сауҙа нөктәһе бар. Йәйгеһен башлыса лимонадтарға һорау ҙур, шуға күрә был осорҙа махсус цех тәүлек әйләнәһенә эшләй. «Люкс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эсемлектәрҙе ҡойоу өсөн һауытты республика етештереүселәренән һатып ала. Башҡа ҡала һәм райондарҙан килгән белгес-технологтарға уңайлы булһын өсөн компания дөйөм ятаҡ төҙөгән.

Ике йыл элек «Люкс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тағы ла бер инвестиция проектын — фирма магазины менән юл буйы кафеһын төҙөй башлаған. Бында туристар өсөн модулле бәҙрәф тә ҡаралған. Инвестициялар күләме — 25 миллион һум. Дөйөм алғанда, компания Нуриман районында 30 эш урыны булдырған.

Радий Хәбиров «Люкс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә юл буйы сервисын үҫтереү буйынса республика программаһында ҡатнашырға тәҡдим итте.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-01-11/radiy-habirov-otsenil-perspektivy-razvitiya-predpriyatiy-pischeproma-nurimanovskogo-rayona-2650563

Олег ЯровиковОлег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика