14:21 (UTC+5), 11 Января 2022

Благовещен ҡалаһында изоляция материалдары етештереү заводы асылды

«Благовещен» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты — «КВАДРО» компанияһы — проектҡа 1 миллиард һумдан ашыу аҡса һалды.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Әлфиә Әһлиуллина

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещен ҡалаһына эш сәфәре барышында яңы заводты асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул сәнәғәт майҙансығын ҡараны, продукция етештереү процесы менән танышты, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары һәм компанияның артабанғы пландары менән ҡыҙыҡһынды. «КВАДРО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Вадим Лешков һөйләүенсә, хәҙер предприятиела 95 кеше эшкә алынған, уларҙың 80 проценты — Благовещендан, ике тиҫтәгә яҡын буш вакансия бар. Уртаса эш хаҡы — 52 мең һум самаһы. Эшселәрҙе эшкә йөрөтөү, шулай уҡ дотациялы туҡланыу ойошторолған, медицина тикшереүе үткәрелеп тора. Яңы коронавирус инфекцияһы буйынса эпидемиологик хәлгә бәйле декабрь аҙағына 94 кеше прививка яһатҡан. Производствоны асыу өсөн инвестор заманса сәнәғәт майҙансығы төҙөгән, төп технологик ҡорамалдарҙы һәм электр ҡорамалдарын монтажлаған, биләмәне төҙөкләндергән. Башҡарылған эштәрҙең дөйөм күләме — 90% ашыу. Етештереү  ҡеүәтен йылына 24 192 тоннаға еткереү планлаштырыла. 2022 йылда проект ҡеүәтенә сығыу күҙаллана. Сараны асыу тантанаһында республика етәксеһе Радий Хәбиров йыл башында яңы производстволар асыуҙың күркәм йола булыуын  билдәләне.

«Каникулдан сығыу менән Благовещенда яңы предприятие асабыҙ. Әле генә предприятие етәкселеге менән иҫкә төшөрөп торҙоҡ: ике йыл элек, 2019 йылдың ноябрендә, беҙгә ошондай инвестиция проекты тәҡдиме менән килгәйнеләр. Беҙ уны хупланыҡ, әлбиттә. Ауырлыҡтар бик күп булды, ләкин ошо юлды бергә үттек. Хәҙер инде был — заманса предприятие, 100-гә яҡын яңы эш урыны, Благовещен ҡалаһының иҡтисади ҡеүәтен көсәйтеү. Предприятие хеҙмәткәрҙәрен дә, етәкселәрен дә ҡотлайым. Аҡ юл һеҙгә! Республикабыҙҙа йыл һайын, ай һайын ошондай предприятиелар асырбыҙ тип ышанам. Беҙ шуның өсөн эшләйбеҙ».

Белешмә

«КВАДРО» йәмғиәте 2018 йылдың мартында Благовещенда теркәлгән. Ойоштороусыһы — Вадим Лешков.

Башҡортостанда бөтәһе биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе эшләй: Бәләбәйҙә, Күмертауҙа, Благовещенда, Нефтекамала һәм Белоретта. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары түбән һалым ставкаларын, страховка взностары тарифтарын, башҡа федераль һәм төбәк ташламаларын файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-01-11/v-bashkirskom-blagoveschenske-otkrylsya-zavod-po-proizvodstvu-izolyatsionnyh-materialov-2650052

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика