11:41 (UTC+5), 30 Декабря 2021

Республикала яңы йыл табыны өсөн аҙыҡ-түлек хаҡы 6743 һум тәшкил итте — Башстат

Башҡортостанда яңы йыл табыны өсөн аҙыҡ-түлек хаҡы 6 743 һум тәшкил итте. Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған йылдағы хаҡтар менән сағыштырғанда, был 13% тиерлек күберәк.

Башҡортостанда бер йылда «Оливье» индексы ла артып, 348,9 һум тәшкил иткән, былтырғы күрһәткестәрҙән 11% юғары. Ә бына рәсәйҙәрҙең яратҡан «Тун аҫтындағы сельдь» салаты быйыл 2020 йылдың декабренә ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәккә төшә. Уны әҙерләү өсөн кәрәкле ризыҡтарға хаҡтар уртаса 26,5% артҡан.

Бигерәк тә балыҡтан эшләнгән тоҙло һәм ыҫланған деликатестар, шулай уҡ һөмбаш ыуылдырығы, торт, шампан, картуф, ҡыяр, ҡош ите ҡыйбатланған. Әфлисунға, лимонға, һутҡа һәм коньякка хаҡтар төшкән.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика