
2021 йылдың яҙында урмандарҙы парһыҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы эшкәрткәндә хужалыҡтары зыян күргән умартасыларға компенсация түләнә.
Субсидия алыусыларҙың исемлеге Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтында баҫылған.
Бөтәһе 17 миллион һумға яҡын аҡса бүленә. Аҡса 61 эшҡыуарға бирелә, субсидиялар күләме 1,3 миллион һумдан 25 мең һумға тиклем тәшкил итә.
Умартасылар юғалтыуҙарҙы ҡаплау өсөн 2021 йылдың 24 ноябренән 22 декабренә тиклем ғариза бирә алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда урмандарҙы парһыҙ ебәк күбәләге ҡарышлауыҡтарына ҡаршы эшкәрткәндән һуң биш райондың умартасылары зыян күрҙе.
26-28 майҙа бал ҡорттарының ҡырылыуы тураһында тәүге хәбәрҙәр килә башланы. Мәҡсүт һәм Мораҡ ауылдары умартасылары беренселәрҙән булып саң ҡаға башланы. Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында ла бал ҡорттарының ҡырылыуы теркәлде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.