14:57 (UTC+5), 28 Декабря 2021

Радий Хәбиров 2022 йылға төп бурыстарҙы билдәләне

Фото: Олег Яровиков

Ковидҡа ҡаршы көрәш, үлем кимәлен кәметеү, һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам итеү, хеҙмәт хаҡын арттырыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу, иҡтисад инфраструктураһын киңәйтеү: кластерҙар, технопарктар, инвестиция эшмәкәрлеге буйынса инструментарийҙарҙы күтәреү, фәнде үҫтереү, шул иҫәптән ошо тармаҡҡа аҡса һалыу. 2022 йылда Өфөнөң 450 йыллығына объекттар төҙөй башлау, цифрлаштырыу.

Ошо һәм башҡа бурыстар киләһе йылда республика өсөн өҫтөнлөклө булырға тейеш, тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.

Коронавирус инфекцияһы менән көрәш тураһында һөйләгәндә, Радий Хәбиров был мәсьәләлә «...беҙ уяу булырға, һәр үҙгәрештәргә иғтибар итергә тейешбеҙ» тип әйтте.

«Төп бурыс — үлемде кәметеү, һуңғы ике йылда был күрһәткес арта бара», — тип билдәләне ул.

Һаулыҡ һаҡлау системаһын артабан модернизациялау был мәсьәләне хәл итеү юлдарының береһе булып тора.

Иҡтисад өлкәһендә республика Хөкүмәтенә эш хаҡын күтәреү мәсьәләһе менән шөғөлләнергә, ауыр хәлдә ҡалған предприятиеларға ярҙам итергә кәрәк. Бынан тыш, кластерҙарҙы үҫтереүгә, технопарктар ойоштороуға, республикаға инвесторҙар йәлеп итеү өсөн яңы инструменттар булдырыуға һәм башҡа мәсьәләләргә етди иғтибар бүлеү мөһим.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика