

70 эшҡыуарҙың эштәре тупланған каталог эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса милли проект сиктәрендә нәшер ителде. Каталогта оҫталарҙың эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт, заказ биреү өсөн уларҙың контакттары бар.
Баҫма электрон төрҙә лә таратыла. Каталогты электрон версияһын йыл һайын тулыландырыу күҙаллана.
«Каталог һөнәрселәргә үҙенсәлекле әйберҙәрен эске һәм тышҡы баҙарҙа үҫтереүҙә һәм танытыуҙа ярҙам итер тип ышанабыҙ», – тине Башҡортостан Республикаһы ның Эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы директоры Марсель Кашаев.
«Быйыл 40-тан ашыу оҫта дәүләт ярҙамы менән бөтә Рәсәй кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашты. Каталог Башҡортостандың креатив кластерын республикала ғына түгел, унан ситтә лә танытыу өсөн нәшер ителде. Бынан тыш, ул конгресс-күргәҙмәләрҙә һөнәрсе-эшҡыуарҙар өсөн таныштырыу материалы булып тора», – тип билдәләне Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Һөнәрселәрҙең күбеһе – үҙмәшғүл. Шулай уҡ, бизнес субъекттары булараҡ, уларҙы «Минең бизнес» үҙәктәрендә хеҙмәтләндереү мөмкинлеге ҡаралған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.