15:29 (UTC+5), 22 Декабря 2021

Өфөлә бер нисә уҡыу йортонан студенттарҙы һәм уҡыусыларҙы эвакуацияланылар

Мәғариф учреждениеларына ашығыс хеҙмәттәр килде.

Фото: Рушана Ибраева

22 декабрҙә Өфө дәүләт авиация техник университетының бөтә корпустарынан студенттар һәм хеҙмәткәрҙәр эвакуацияланды. Билдәле булыуынса, биналарҙа янғын сигнализацияһы яңғыраған - бөтәһе лә урамға сыҡҡан. Студенттарҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәргәндәр.

Бынан тыш, ошо уҡ ваҡытта 91-се гимназия уҡыусыларына һәм уҡытыусыларына ла урамға сығырға тура килгән. Һуңынан 1-се лицейҙа һәм Өфө авиация техникумында сигнализация эшләй башлаған.

Белем биреү учреждениеларына баш ҡаланың ашығыс хеҙмәттәре килеп еткән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр мәғлүмәттәр буйынса, хоҡуҡ һаҡлау органдарына Өфөнөң барлыҡ белем биреү ойошмаларына бомба һалыныуы тураһында хәбәр килгән. «Башинформ» агентлығы комментарий алыу өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте. Яуап алғас та, беҙ уны баҫтырып сығарырбыҙ.

Рушана Ибраева
Фото: Рушана Ибраева
Рушана Ибраева
Фото: Рушана Ибраева
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика