Башҡортостан ошондай сауҙа нөктәләре селтәрен булдырыу буйынса федераль проектты тормошҡа ашырыу өсөн пилот төбәге булып тора. Был аңлашыла ла, республикала 7 меңдән ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә. Хужалыҡ итеүҙең кесе формалары төбәктә ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләмен арттырыуҙа төп роль уйнай. Шуныһы мөһим: дүрт йыл рәттән Башҡортостан илдә ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары һаны буйынса алдынғы урынды биләй. Улар республикала 370-тән ашыу, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының төп маҡсаты кооператив ағзаларының хужалыҡтарында етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын бергәләп эшкәртеүҙе ойоштороуға ҡайтып ҡала.
Тәүге «Фермер утрауы» «Магнит» супермаркетында асылды. Адресы: Өфө ҡалаһы, Б. Баландин бульвары, 9-сы йорт. Ассортиментта экологик яҡтан таҙа һөт ризыҡтары, шул иҫәптән сырҙар, ит изделиелары, ярымфабрикаттар һәм бакалея», – тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү корпорацияһы ойоштороусы булып ҡына сығыш яһамай: беҙ «Фермер утрауы» өсөн майҙансыҡ табырға ярҙам итәбеҙ, эшҡыуарҙарыбыҙға отошло булһын өсөн магазиндар менән ҡуртым шарттары тураһында килешәбеҙ, магазин төҙөүгә сығымдарҙы кәметеү өсөн ҡорамалдар эҙләүҙе һәм ритейл-бук төҙөүҙе үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Бынан тыш, проектта ҡатнашыусыларға МСП банкынан махсус, уңайлы шарттарҙа кредит алыу мөмкинлеге бирәбеҙ. Беҙҙең «Фермер утрауы» – 10-25 фермерҙы берләштереп, бер нисә эшҡыуарға бергә тупланыу мөмкинлеге», – тине Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының генераль директоры Александр Исаевич.
«Илдәге беренсе «Фермер утрауы»нда беренсе булып ҡатнашыуым менән ғорурланам, – тине Башҡортостандың Шишмә районында урынлашҡан ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы етәксеһе Вилена Дәүләтова. – Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһына ошондай сауҙа нөктәһен ойошторған өсөн ҙур рәхмәт».
Белешмә:
«Фермер утрауы» сауҙа нөктәләрен урынлаштырыу буйынса пилот проекты алты айға иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә «Магнит» һәм «Пятерочка» магазиндары булған биш төбәктә тағы ла тиҫтәнән ашыу майҙансыҡ ойоштороу күҙаллана. Йыл аҙағынаса Новосибирск һәм Омск өлкәләрендә лә «утрауҙар» асыла («Пятерочка» сауҙа селтәре менән берлектә). 2022 йылда проектты Төмән, Мәскәү өлкәләрендә һәм башҡа төбәктәрҙә проектты бойомға ашырыу күҙаллана. Проекттың артабанғы маҡсаты – ил кимәленә сығыу.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.