Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83.07
-1.31
97.45
-1.88
68.07
+0.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Декабрь 2021, 16:38

Республикала 2022 йылға йәшәү минимумы күләме арттырылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 12 мең һум була. Тейешле ҡарар Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

2022 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы — 11 мең 99 һум, пенсионерҙар өсөн —  10 мең 431 һум, балалар өсөн 10 мең 679 һум күләмендә билдәләнде.

Йәшәү минимумы күләме 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була.

Автор:Розалиә Вәлиева
Читайте нас: