15:01 (UTC+5), 14 Декабря 2021

Рәсәйҙә бюджетниктарға: табиптарға, уҡытыусыларға, мәҙәниәт һәм фән хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арттырыла

Ошо маҡсатҡа резерв фондынан 12 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.

Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу өсөн резерв фондынан 12,2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ошондай бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Уҡытыусыларға, табиптарға, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларына, шулай уҡ фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәргә хеҙмәт хаҡы арттырыла.

Бүленгән аҡсаның 2,9 миллиард һумдан ашыуы – мәғариф, 5,2 миллиард һумдан күберәге ғилми учреждение хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға йүнәлтелә.

Медицина учреждениеларына – 2,6 миллиард, мәҙәниәт учреждениеларына иһә 1,3 миллиард һумдан ашыу бирелә.

Рәсәй Президентының 2012 йылдың майындағы «Дәүләт социаль сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында»ғы указына ярашлы, мәктәп уҡытыусыларының, балалар баҡсалары педагогтарының, колледж уҡытыусыларының һәм мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы – төбәк буйынса уртаса эш хаҡының 100%, ә табиптарҙың, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы төбәк буйынса уртаса хеҙмәт хаҡының 200% етергә тейеш.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика