2021 йылдың 1 октябренә Башҡортостанда пенсияның уртаса күләме яҡынса 15 354 һум тәшкил иткән, былтыр иһә 14 535 һум булған, тип белдерҙе республика статистиктары.
Ошо ваҡыт эсендә республикала пенсионерҙар 1,185 миллиондан 1,155 миллион кешегә тиклем кәмегән. Башҡортостанда хаҡлы ялдағыларҙың күпселегенә йәки яҡынса 1,057 миллион кешегә страховка пенсияһы түләнә. Быйыл 1 октябргә уның уртаса күләме 15 797 һум булған. Был 2020 йылдың октябренә ҡарағанда 878 һумға күберәк.
Дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алыусылар күпкә аҙыраҡ — 98,3 меңдән ашыу. Октябрҙә уларға уртаса 10 590 һум түләнгән, тип белдерҙеләр Башстатта.