17:18 (UTC+5), 07 Декабря 2021

2022 йылда республикала минималь хеҙмәт хаҡы күпме була

Фото: Олег Яровиков

Владимир Путин 2022 йылда минималь эш хаҡы күләмен айына 13 890 һумға тиклем арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Был әлегеһенә ҡарағанда уртаса 1000 һумға күберәк. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Башҡортостанда, Урал коэффициентын иҫәпкә алып (әммә Межгорьенан тыш), иң түбән хеҙмәт хаҡы 15 973,5 һум була.

Бынан алда Путин социаль мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә билдәләүенсә, федераль бюджет проектында 2,5 процентҡа арттырыу ҡаралған, әммә был ғына етмәй, уны 8,6 процентҡа күтәрергә кәрәк. Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу «күп кенә социаль пособиеларҙың, шул иҫәптән балалы ғаиләләргә түләүҙәрҙең һәм пенсияға өҫтәмәләрҙең үҫешенә йоғонто яһай».

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика