13:42 (UTC+5), 02 Декабря 2021

Башҡортостанда күпселек аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡан

Фото: Галина Бахшиева
Галина Бахшиева

Башҡортостан статистиктары күпселек социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтың артыуын теркәгән.

Башстаттың аҙналыҡ мониторингы мәғлүмәттәре буйынса, республикала айырыуса кәбеҫтә ҡиммәтләнгән (3,1 процентҡа). Бер килограм кәбеҫтәнең уртаса хаҡы 39 һум.

Шартлы икенсе урында арыш ононан һәм арыш-бойҙай ононан бешерелгән икмәк. Бер аҙна эсендә ул 2,9 процентҡа артып, килограмы 62 һумға еткән.

Өсөнсө урында иһә туңдырылған балыҡ, ул 2 процентҡа артҡан. Хәҙер уның бер килограмы уртаса 163 һумға төшә.

Республикала хаҡтары күтәрелгән аҙыҡ-түлек исемлегендә майлы эремсек, йомортҡа, вермишель, ҡарабойҙай, һөт, дөгө, сосиска, сарделька, колбаса, бойҙай икмәге, тары ярмаһы, шәкәр, аҡ май, маргарин, һарыҡ ите, көнбағыш майы, сыр, он, тоҙ, алма, һыйыр ите, балалар өсөн ит консервалары бар. Бер аҙнала улар 0,1 - 1,8 процентҡа ҡыйбатланған.

Хаҡы төшкән аҙыҡ-түлек иҫәбендә помидор, шоколадлы кәнфиттәр, яңы ҡыяр, балалар өсөн йәшелсә консервалары.

Шулай уҡ был исемлеккә сусҡа ите, макарон, ҡара сәй, кишер, башлы һуған, балалар туҡланыуы өсөн емеш-еләк консервалары, ҡаймаҡ, картуф, тауыҡ, балалар өсөн ҡоро һөт ҡатышмалары ингән. Бер аҙнала уларҙың хаҡы 0,04-1,2 процентҡа төшкән.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика