13:18 (UTC+5), 23 Ноября 2021

Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше ғинуар-сентябрҙә 3,4 миллиард доллар тәшкил иткән

Экспорт күләме — 2,7 миллиард доллар, импорт — 0,7 миллиард доллар.

Альмира Давлетбаева

Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, әйләнеш күрһәткесе уҙған йылдың осоронан 28% юғарыраҡ. Экспорт күләме — 25%, импорт 41,5% артҡан.

Экспортта сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙар өлөшө 68% тәшкил иткән. Сит илгә 1,8 миллиард долларлыҡ ошондай продукция һатылған. Был 2020 йылға ҡарағанда 43% күберәк.

Башҡортостан экспортының нигеҙен алты төп тауар төркөмө: нефть һәм нефть продукттары, химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук, машина эшләү, аҙыҡ-түлек һәм уның өсөн сеймал, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары, металл һәм уларҙан изделиелар тәшкил итә, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек буйынса дәүләт комитетында.

Төбәктәр рейтингында Башҡортостан экспорт буйынса 25-се урынды биләй, шул уҡ ваҡытта республика карбонат, ағас-юнысҡы плитәләр, арҡандар, шнурҙар һәм поливинилхлорид экспорты йәһәтенән беренсе; турбодвигателдәр һәм газ турбиналарын оҙатыу буйынса икенсе; кальцийлы сода экспорты йәһәтенән өсөнсө урында тора, тип билдәләнеләр дәүләт комитетында.

Ҡытай, Ҡаҙағстан, Беларуссия, Нидерланд, Финляндия, Төркиә, АҠШ, Германия, Латвия, Үзбәкстан 2021 йылдың ғинуар-сентябрендә Башҡортостандың ун контрагент иле исемлегенә инде. Был илдәр менән сауҙа әйләнеше 2 миллиард долларҙан ашыу тәшкил иткән (тышҡы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләменән 62 процент).

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика