11:59 (UTC+5), 22 Ноября 2021

Рәсәйҙә 16 йәшкә тиклемге балалар йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүе ихтимал

Әлегә ете йәшкәсә балаларҙың ғына бындай мөмкинлеге бар.

Фото: «Башҡортостан» ДТРК

Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар буйынса комитеты ете йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүҙе күҙ уңында тотҡан яңы закон проектын әҙерләүҙе тәҡдим итергә йыйына. Был хаҡта РИА Новости агентлығына комитет рәйесе Нина Останина хәбәр итте.

Депутат һүҙҙәренсә, бөгөн төбәк властары был проблемаларҙы айырым бойороҡтар, социаль карталар һәм башҡа ысулдар менән үҙҙәре хәл итә. Башланғыс авторҙары иһә быны нығытып ҡуйырға теләй.

Хәҙер ете йәшкәсә балалар ғына транспортта бушлай йөрөргә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәрһеҙ йөрөгән 16 йәшкә тиклемге балаларҙы юл хаҡы түләмәгән өсөн төшөрөп ҡалдырыу тыйыла.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика