11:53 (UTC+5), 17 Ноября 2021

Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү күләме буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡты

Быйыл ун айҙа республикала 2,35 миллион квадрат метр торлаҡ майҙаны файҙаланыуға тапшырылған.

Альмира Давлетбаева

Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү күләме буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡты. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың ғинуар-октябрендә республикала 2,35 миллион квадрат метр торлаҡ майҙаны файҙаланыуға тапшырылған. Сағыштырыу өсөн: был уҙған йылдың ошо уҡ осор күрһәткестәренән 22,1% юғарыраҡ.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 1,26 миллион квадрат метр торлаҡ шәхси төҙөүселәр иҫәбенә төҙөлгән, был иһә 2020 йылдың ғинуар-октябре күрһәткестәренән 20% юғарыраҡ.

Бынан алда Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин республика 2024 йылға тиклем йыл һайын 2, 950 миллион, ә 2030 йылға 4 миллиондан квадрат метрҙан кәм булмаған торлаҡты файҙаланыуға тапшырырға йыйыныуы тураһында белдергәйне. Рәсәйҙә льготалы ғаилә ипотека программаһын 2023 йылдың аҙағына тиклем оҙайтыу, шулай уҡ шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә льготалы ипотеканы ғәмәлгә ашырыу быға булышлыҡ итергә тейеш, тип иҫәпләй ведомство етәксеһе.

Торлаҡ төҙөлөшөнөң берҙәм мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә Башҡортостанда төҙөлөшкә ике йөҙҙән ашыу рөхсәт ҡағыҙы бар. Төҙөүселәр дөйөм майҙаны 3,4 миллион квадрат метрлыҡ 281 йорт һала.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика