Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
84
0
97.29
0
62.51
+0.52
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Ноябрь 2021, 15:03

Республикала йәшәүселәргә 5,8 миллиард һумлыҡ милек һалымы иҫәпләнде

Уларҙың дөйөм суммаһы 4 процентҡа артҡан. Граждандарға 2,1 миллион белдереү ҡағыҙы ебәрелгән. Һалым 1 декабргә тиклем түләнергә тейеш.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы
Фото: Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, иҫәпләнгән һалымдың күпселек өлөшө транспортҡа тура килә — 3,1 миллиард һум. Мөлкәткә — 1,8 миллиард, ергә 0,9 миллиард һум күләмендә һалым инер тип көтөлә.

Транспорт һалымының иң ҙур суммаһы — 284 мең һумға яҡын, ул Mercedes-Benz AMG S автомобиле хужаһына иҫәпләнгән. Физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалымдың иң ҙур суммаһы 5,6 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән, уны административ бина хужаһы түләргә бурыслы.

Читайте нас