Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙән тулыһынса бушатыуҙары ихтимал. «Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, тейешле закон проекты хөкүмәткә ҡарауға ебәрелгән.
Хәҙер ветерандар түләү ҡағыҙындағы сумманың тик яртыһын ғына түләй. Закон проекты ҡабул ителһә, ул йөҙ меңдән ашыу кешегә ҡағыла. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ветерандарға өҫтәмә ярҙам күрһәтеү өсөн федераль бюджеттан йылына 1 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә.
Закон проектына аңлатма яҙыуында былай тиелә: «Тәҡдим ителгән федераль закон проектын ҡабул итеү хәҙерге көрсөк шарттарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың йәшәү кимәлен, шулай уҡ уларҙың айырым хоҡуҡи статусын күтәрергә мөмкинлек бирергә тейеш».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.