04:46 (UTC+5), 08 Ноября 2021

Башҡортостанға Өфөнөң ҡала инфраструктураһын үҫтереү өсөн күп аҡса бүленә

Башҡортостан Өфөнөң ҡала инфраструктураһын үҫтереү өсөн күп аҡса бүленә.

Альмира Давлетбаева

Рәсәй Хөкүмәтенең Өфөлә һәм Екатеринбургта ҡала инфраструктураһын үҫтереүҙе финанслауға 1,1  миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеүе хаҡында билдәле булды.

«Был аҡса 2022–2023 йылдарға бюджетта ҡаралһа ла, әле үк төбәктәргә йүнәлтелә, сөнки төҙөлөш эштәре бик тиҙ бара», — тип хәбәр итте Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте.

Өфөлә аҡсаның бер өлөшө Киров һәм Дим райондарында 23,4 саҡрым оҙонлоҡтағы һыу үткәргес һалыуға йүнәлтелә. Был иһә 16 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә һәм биләмәне коммуналь инфраструктура менән тәьмин итергә мөмкинлек бирергә тейеш.

Эш «Рәсәй граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү» дәүләт программаһы сиктәрендә алып барыла.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика