09:36 (UTC+5), 03 Ноября 2021

Өфөгә көньяҡтан инеү юлы һиҙелерлек үҙгәрә – Сергей Греков

Фото: Олег Яровиков
Галина Бахшиева

Өфөгә көньяҡтан инеү юлы – баш ҡалабыҙҙың төп ҡапҡаһы һиҙелерлек үҙгәрә, тип белдерҙе Өфө мэры Сергей Греков, Воровский урамы янынан Ағиҙел аша яңы өҫтәлмә күперҙән асылған хәрәкәткә ҡарата.

«Был көндө һәммәбеҙ ҙә түҙемһеҙләнеп көттөк, — тип яҙҙы Өфө хакимиәте башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Бөгөн көньяҡтан инеү юлының – баш ҡалабыҙҙың төп ҡапҡаһының һиҙелерлек үҙгәреүен күрәбеҙ. 2021 йылда ғына беҙ Республикаға идара итеү үҙәге, Зәки Вәлиди урамы менән Октябрь проспекты киҫелешендә юл үткәргес, Ағиҙел йылғаһы ярын һәм Дуҫлыҡ монументын тоташтырған йәйәүлеләр үткәүеле, «Символ» торлаҡ комплексы төҙөп ҡуйҙыҡ. Ошо объекттарҙың барыһы ла — Өфөгә нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығына ҙур бүләк».

Греков билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тырышлығы һәм ныҡышмалылығы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күпер төҙөүгә өлгәшелде.

«Беҙгә ышанған, финанс яҡтан булышлыҡ иткән «Росавтодор»ға рәхмәтлемен. Конструктив хеҙмәттәшлегебеҙ киләсәктә лә дауам итер тип ышанам. Емешле хеҙмәт һәм юғары профессионаллек өсөн төҙөүселәребеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм һәм уларҙың алдында түбәнселек менән баш эйәм. Өфөләр һәм республика халҡы өсөн бергәләп бик мөһим эште башҡарып сыҡтыҡ», — тип йомғаҡ яһаны баш ҡала хакимиәте башлығы.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 1 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер буйлап хәрәкәткә старт бирҙе.

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика